07:22 (UTC+5), 03 Октябрь 2017

Радик Юлъяҡшин төркөмдөң тыуған көнөндә үҙенең фанаттарына һөйөүен белдерҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Радик Юлъяҡшин (Elvin Grey) үҙенең төркөмөнә туғыҙ йыл тулған көндә бөтә фанаттарына һөйөүен белдерҙе. Ижади биографияһындағы мөһим датаны йырсы Ноябрьскиҙа гастролдәрҙә билдәләй.
Байрам көнөндә Радик социаль селтәрҙә бөтә коллегаларына, администраторҙарға һәм фанаттарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе: «Барығыҙҙы ла ҡосаҡлайым, әлгәнйәктәрем минең!».
Киләһе йылда Юлъяҡшин төркөмдөң 10 йыллығы уңайынан ҙур сара ойошторорға вәғәҙә бирҙе.
Видеороликты 26 меңдән ашыу кеше ҡараған да инде.
Радик Юлъяҡшин башҡорт, татар һәм рус телдәрендә йырлай. 2006 йылда тәүге альбомы донъя күрҙе. 2011 йылдан Мәскәүҙә йәшәй һәм Elvin Grey псевдонимы аҫтында сығыш яһай. 2016 йылда Радик Юлъяҡшин «Татарстан мәҙәниәтенең йыл кешеһе» номинацияһында еңеүсе тип танылды. 2006-2012 йылдарҙа йыл һайын «Башҡортостанда йыл йырсыһы» исеменә лайыҡ булды, «Башҡортостанда йыл хиты-2012» номинацияһында Гран-при яуланы, «Мин — артист» Бөтә Рәсәй йәш башҡарыусылар конкурсы финалсыһы. 2017 йылда Радик Юлъяҡшиндың исеме башҡорт теле дәреслегенә индерелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика