ӨФӨ, 2017 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡаҙағстандың Ҡыҙылурҙа ҡалаһында «Ҡорҡыт һәм Бөйөк дала көйҙәре» IV халыҡ-ара төрки телле халыҡтарҙың традицион музыка сәнғәте фестивале үтте. Фестивалде ТӨРКСОЙ һәм Ҡыҙылурҙа өлкәһе аҡыматы ойошторҙо.
Фестивалдә Евразия илдәренән – Азербайжандан, Белоруссиянан, Ҡытайҙан, Бөйөк Британиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Монголиянан, Үзбәкстандан, Төркиәнән, Рәсәй төбәктәренән Башҡортостандан, Саха-Яҡут Республикаһынан, Татарстандан, Тыванан 80-дән ашыу музыка белгесе, фольклорсы һәм башҡарыусы ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһын «Бишбармаҡ» төркөмө (Мурат Джанизаков, Вәсил Ғафаров, Марсель Амикачев һәм Яромир Ярасбаев – ҡурай, барабан, туба, думбыра һәм аккордеон) таныштырҙы. Сәфәр сиктәрендә музыканттар Ҡаҙағстандың иҫтәлекле урындарында – Хужа Әхмәд Ясауи, Арыҫтан-баба мавзолейында, Ҡорҡыт Ата мемориалында булды.
Сара сиктәрендә «Ҡорҡыт Ата мираҫы: эпик мәҙәниәт, халыҡ риүәйәттәре һәм көйҙәре» ғилми-теоретик конференцияһы үтте. Пленар ултырышта ҡунаҡтарға һәм фестивалдә ҡатнашыусыларға сәләмләү телмәре менән Ҡыҙылурҙа өлкәһе аҡымы Крымбек Кушербаев сығыш яһаны. Н. Бекежанов исемендәге Ҡыҙылурҙа өлкә музыка-драма театрында уҙған фестивалде асыу тантанаһында конференцияла ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының Генераль секретары Дюсен Касеинов һәм Ҡаҙаҡ милли сәнғәт университеты ректоры Айман Мусаходжаева сәләмләне.
Үҙ сығышында Дюсен Касеинов, Деде Ҡорҡут легендар шәхес – ул төрки донъяның дөйөм ҡиммәте һәм тәрән мәғәнәлелек символы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йырсы-риүәйәтсе булараҡ танылған Деде Ҡорҡут бөгөн бөтөн донъяла ҡулланылған ҡыллы музыка ҡоралы – копузды уйлап сығарған.
Фестиваль сиктәрендә лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы, унда төрлө илдәрҙән традицион музыка ғалимдары һәм башҡарыусылар ҡатнашыусыларҙы һәм бихисап тыңлаусыларҙы төрки халыҡтарының музыка әҫәрҙәре менән таныштырҙы.
«Ҡорҡыт һәм Бөйөк дала көйҙәре» фестиваленең маҡсаты – төрки халыҡтарының бай фольклор мираҫын һаҡлап ҡалыуҙа һәм популярлаштырыуҙа булышлыҡ итеү, милли музыка сәнғәтен үҫтереү, мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеү. Фестиваль өс йыл һайын уҙғарыла.