11:24 (UTC+5), 03 Октябрь 2017

National Geographic фотографы Робби Шон Шүлгәнташ мәмерйәһенең торошон баһаланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. National Geographic фотографы Робби Шондың Рәсәйгә сәфәре тамамланды. Фотографҡа билдәле археология ҡомартҡыларында — Силәбе өлкәһендәге Игнат, Башҡортостандағы Шүлгәнташ һәм Иҙрис (Салауат районы) мәмерйәләрендә булырға тура килде.
Робби Шондың Уралда төшөргән фотоһүрәттәрен National Geographic баҫмаларында баҫылып сыҡҡандан һуң ғына күрергә мөмкин.
Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән әңгәмәлә Робби Шон «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы төҙөлөшө проектын юғары баһалап, ошо проектты тормошҡа ашырғанда Шүлгәнташ мәмерйәһенең донъя мәмерйәләренең иң яҡшы музейҙары менән бер кимәлдә буласағына ышаныс белдерҙе.
Фотограф, Игнат һәм Иҙрис мәмерйәләренән айырмалы рәүештә, Шүлгәнташтың торошо яҡшы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул стенала граффитиҙарҙың юҡлығына һәм палеолит дәүере һүрәттәренең һаҡланып ҡалғанлығына бик ныҡ шатланды.
Австрияның Инсбрук университеты хеҙмәткәре Ю.В. Дублянский экспедицияның реставраторы Эудальд Гуиламеттың мәмерйәгә элекке тышҡы күренешен кире ҡайтарыуҙағы ҙур хеҙмәтен билдәләне, шулай уҡ мәмерйәне реставрациялау һәм консервациялау буйынса эштәрҙе башҡарыуҙа артабанғы уңыштар теләне.
Андорранан килгән реставратор Эудальд Гуиламет 2015 йылдан алып Шүлгәнташ мәмерйәһендәге хәҙерге граффитиҙарҙы юйыу һәм мәмерйә объекттарын реставрациялау өлкәһендә урындағы белгестәрҙе әҙерләү буйынса эштәр алып бара. Проектты тамамлағандан һуң ошо команда таҙартыу эштәрен «Иҙрис мәмерйәһе» мәҙәни мираҫ объектында дауам итергә ниәтләй.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика