02:45 (UTC+5), 03 Октября 2017

Башҡортостан режиссерының фильмы Истанбулда документаль кино фестивалендә махсус бүләккә лайыҡ булды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан режиссеры Кирстен Гайнеттың фильмы Истанбулда «Төрки донъя» халыҡ-ара документаль кино фестивалендә Тефик Исмаилов исемендәге махсус бүләккә лайыҡ булды.
«Ете ҡыҙ театры» фильмы сюжетының нигеҙендә — һуғышты үткәргән, әммә ҡыйыу һәм талантлы актерҙар ярҙамында һаҡланып ҡалған Салауат театрының тарихы. Режиссер фильм өҫтөндә ике йылдан ашыу эшләгән. Кадр артындағы текстың авторы – режиссерҙың игеҙ туғаны Эвита Гайнет.
«Үҙеңдең Ватаныңа вайымлы ҡараш булғанға минең туғаным күмеп ҡуйылған йәки онотолған мәҙәниәтебеҙ, сығышыбыҙ, халҡыбыҙҙың әрнеүе тураһында документаль фильмдар төшөрә. Бындай тарихтарҙы төшөрөү өсөн күпме сабырлыҡ һәм көс кәрәклеген ошондай картиналарҙы барлыҡҡа килтереүселәр генә белә», — тип билдәләне Эвита Гайнет.
Кирстен Гайнет (Ғәйнетдинова) – режиссер, продюсер һәм оператор. Истанбулда йәшәй. Башҡортостан Республикаһының Инйәр ҡасабаһында тыуған. 2005 йылда Өфөгә күсеп килә. 2007 йылда «Царапина» тигән тулы метражлы уйын фильмында төшә. 2009 йылда Санкт-Петербург мәҙәниәт һәм сәнғәт университетына «кинооператор» һөнәренә һәм бер үк ваҡытта кино һәм фотосәнғәте кафедраһына уҡырға инә. Художестволы фотоға төшөрөү менән мауыға, ике шәхси күргәҙмә авторы. 2014 йылда Кирстен Гайнеттың Чернобылдә булған башҡорт һалдаты тураһында «Йәшә, һалдат, йәшә» тигән тәүге фильмы халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй фестивалдәре призеры булды.
Истанбулдағы кино фестивалендә Рәсәйҙән тағы ла бер фильм – «Башҡортостан» киностудияһының «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы костюмы» картинаһы (режиссеры Таңсулпан Бураҡаева) тәҡдим ителде.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика