10:38 (UTC+5), 02 Октября 2017

Өфө музыканттары Ҡазанда XIII «Европа-Азия» халыҡ-ара яңы музыка фестивалендә дипломға лайыҡ булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө музыканттары, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары Ҡазанда XIII «Европа-Азия» халыҡ-ара яңы музыка фестивалендә дипломға лайыҡ булды.
Ҡурайҙа уйнау сәнғәте менән Ҡурайсылар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфө сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы мөдире Артур Ғайсаров таныштырҙы. Ҡурайсы С. Сәйҙәшев исемендәге Ҙур концерт залында уйнаны.
Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе, профессор, Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһы мөдире, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Композиторҙар союзының Д. Шостакевич исемендәге премия лауреаты Ләйлә Исмәғилева үҙенең әҫәрҙәре менән сығыш яһаны.
27-30 сентябрҙә Ҡазанда ХIII «Европа-Азия» халыҡ-ара яңы музыка фестивале уҙҙы. Быйыл сараға Австралия, Вьетнам, Гонконг, Испания, Төркиә, Төркмәнстан һәм тәүге тапҡыр Колумбия композиторҙары, музыканттары килде. Айырыуса Рәсәй төбәктәренән: Вологда, Кострома, Силәбе, Краснодар, Ярославль, Мәскәү ҡалаларынан, Башҡортостан, Удмурт, Сыуашстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Яҡутстан республикаларынан ҡатнашыусылар күп булды.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика