07:25 (UTC+5), 02 Октября 2017

Өфөлә «Юлдаш йыры-2017» конкурсы еңеүселәрҙе билдәләне

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Юлдаш йыры-2017» республика асыҡ үҙешмәкәр башҡарыусылар конкурсында Зәбирә Әбсәләмова Гран-при яуланы.
Ривал Мөхәмәтшин һәм «Сылтыр шишмә» башҡорт халыҡ йыр ансамбле беренсе премияға лайыҡ.
Нәйлә Шәрипова, Альбина Әбдрәшитова һәм Айрат Баязитов икенсе урын алды. Нәйлә Шәрипова шулай уҡ тамашасы һөйөүе бүләгенә лайыҡ булды.
Өсөнсө урында – Зөһрә Иҫәндәүләтова, Фәнзәт Әхмәтов һәм «Юлдаш» төркөмө.
Эстрада конкурсының гала-концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Фестивалдә еңеүселәр менән бергә бер сәхнәлә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаны, ҡунаҡтар бүләктәр отоуҙа ҡатнашты. Финал кисәне радионың билдәле алып барыусылары Миләүшә Ғәлиева һәм Әхәт Мортазин уҙғарҙы.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика