05:30 (UTC+5), 02 Октября 2017

Өфөлә Башҡорт опера һәм балет театрының юбилей миҙгеле «Ал сәскә» спектакленең премьераһы менән асылды

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡорт опера һәм балет театры 80-се юбилей миҙгелен бөтә ғаилә өсөн «Ал сәскә» тылсымлы балет премьераһы менән асты. Спектаклдең премьераһы яҙыусы С.Т. Аксаковтың улы – Константин Аксаковтың 200 йыллығына арналған XXVII Халыҡ-ара Аксаков байрамы сиктәрендә уҙҙы.
Балет тамашасыны ижади төркөм һәм башҡорт балет труппаһы оҫталығы менән барлыҡҡа килтерелгән үҙенең тамашалы, сағыу, музыкаль көйлө һәм традицион хореографик булыуы менән хайран ҡалдырҙы. Балет өсөн Сергей Аксаковтың билдәле «Ал сәскә» әкиәте нигеҙ булды. Балетҡа музыканы композитор, Мәскәүҙә эшләүсе Башҡортостан вәкиле Владимир Купцов яҙған. Спектаклде Мәскәүҙән ҡуйыусылар төркөмө: хореограф – Рәсәйҙең халыҡ артисы Андрей Петров, сценограф – Григорий Белов, костюмдар буйынса рәссам – Ольга Полянская, ут буйынса рәссам – Ирина Вторникова әҙерләне. Ижади команданың бөтә ағзалары ла премьерала булды. Оркестр менән Өфө дирижеры Герман Ким етәкселек итте.
«Мин йырҙар, симфониялар, опералар, балеттар, киноға музыка яҙам. Кремль балеты етәксеһе Андрей Петров менән таныштым, ул миңә берәй ниндәй рус әкиәтенә балет яҙырға кәңәш бирҙе. Мин «Ал сәскә»не һайланым, сөнки уны Өфөлә йәшәгән (мин дә 25 йәшкә тиклем бындай йәшәнем) бөйөк рус яҙыусыһы яҙған һәм был әкиәттә мөхәббәт-романтик тарих бар. Ике йыл ошо балет өҫтөндә эшләнем, — тине музыка авторы Владимир Купцов. — Музыкала Чайковскийҙың артынан барам – уның һәр темаһы айырым бер йыр, мин дә йыр көйөнә ынтылам. Үҙеңдең балетыңды Башҡорт опера һәм балет театрының иҫ киткес сәхнәһендә күреү ҙур бәхет. Мине бында ете йәшемдә әсәйем ҡулымдан етәкләп алып килде. Ул саҡта Леонора Ҡыуатова «Аҡҡош күле»ндә бейей ине. Минең өсөн был тыуған диуарҙар һәм яратҡан театрым».
Премьера көнөндә залда аншлаг булды. Тамашасылар спектаклдең айырым бер сағыулығын һәм декорацияларҙың стиллелеген билдәләне. Мәскәү рәссамы Григорий Белов әкиәттәр менән йыл һайын шөғөлләнә, ул бына инде 20 йыл Кремль шыршыһын биҙәй.
«Ал сәскә мөхәббәтте уята тигән тарихты уйлап сығарҙыҡ. Шуға күренештең беренсе өлөшө – ул ниндәйҙер бер ожмах урыны, унда башта бөтәһе лә бер-береһенә ғашиҡ була, һуңынан шайтан килеп сыға, — ти ҡуйыусы рәссам. — Әлбиттә, эш бында тажда һәм муйынсаҡтарҙа түгел, ә рухи яҡта».
Спектаклдә төп партияларҙы башҡорт труппаһының иң яҡшы артистары башҡарҙы: Настенька — Гөлсинә Мәүлекәсова, Сауҙагәр — Илдар Мәнәпов, Ҡурҡыныс йән-эйәһе — Рөстәм Исхаҡов, Ал сәскә феяһы — Софья Гаврюшина, Яуыз сихырсы — Лилиә Зәйнәғәбдинова, Марфа, өлкән ҡыҙы — Адель Овчинникова, Пелагея, уртаса ҡыҙы — Софья Доброхвалова. Спектаклдә вокал партияны Дилара Иҙрисова башҡарҙы, постановкала кульминация урындарына театрҙың хоры ҡушылды.
Спектакль Башҡорт театры репертуарында ихтыяжлы буласаҡ тип вәғәҙәләй. Постановка «Рус дуэты — опера һәм балет» ижади проектының бер өлөшө булып тора һәм 13,5 миллион һумға республика Башлығы грантына тормошҡа ашырылды.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика