12:00 (UTC+5), 02 Октября 2017

Башҡортостанда Мостай Кәримдең әҫәре буйынса тағы бер спектакль ҡуйылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры үҙенең 27-се миҙгелен Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса сәхнәләштерелгән спектакль менән асты. Уны Башҡортостанда тыуып үҫкән йәш Мәскәү режиссеры Антон Федоров ҡуйған. Ижади төркөмдә танылған Мәскәү балетмейстеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирина Филиппова, Наталья Юганова һәм Лилиә Сөләймәнова эшләне.
Быйыл Стәрлетамаҡтың башҡорт драма театры «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проектында ҡатнашты. Ике проект, шул иҫәптән «Өс таған» финанслау алды.
«Артистар ҙа, тамашасылар ҙа көтөп алған сағыу тамаша аншлаг менән үтте, — тинеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә. — Ошондай әһәмиәтле көндә Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Мостафа ҡыҙы ла беҙҙең менән бергә булды. Ул режиссерҙың повесҡа яңыса ҡарашын, актерҙарҙың оҫталығын, ижади төркөмдөң эшен билдәләп, спектаклдең оҙон ғүмерле булыуын теләне».
Тантанала Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн театр хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шулай уҡ сарала театр тәнҡитселәре Айһылыу Сәғитова, Рида Буранова, Динә Дәүләтшина һәм журналист Илүзә Ҡапҡаева ҡатнашты.
Спектаклдән һуң Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимов театр миҙгеле асылыуы менән ҡотланы. Ул ҡуйыусы режиссер Антон Федоровҡа, ижади төркөмгә, театр коллективына һәм яңы спектаклдә төп ролдәргә йәлеп ителгән ҡала мәктәптәре уҡыусыларына рәхмәт белдерҙе.
Яңы ижади миҙгеле асылды. Октябрҙә башҡорт драма театрында икенсе премьера — Ф.Г. Лорканың пьесаһы буйынса «Бернарда Альбаның йорто», ноябрҙә Д. Сәлиховтың «Ҡатын түгел, аждаһа!», декабрҙә иһә «Берҙәм Рәсәй» партияһы булышлығында Н. Гоголдең «Өйләнеү» спектакле ҡуйыла. Яңы миҙгелдә Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакированың юбилей кисәһе була.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика