14:30 (UTC+5), 29 Сентября 2017

«Өфө йортоноң ғәҙәттәге йорт йыһаздары» күргәҙмәһе асылды

«Боронғо Өфө» музейы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Боронғо Өфө» музейы «Өфө йортоноң ғәҙәттәге йорт йыһаздары. XX быуаттың тәүге яртыһы» тигән яңы күргәҙмәне асты. Күргәҙмәлә йорт эсе реконструкцияһы, йыһаздар, кейем-һалым һәм баш кейемдәре, халыҡтарҙың сигеү өлгөләре, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, үҙешмәкәр оҫталарҙың ҡоралдары күрһәтелгән.
Быға оҡшаш тәүге тематик күргәҙмә апрель айында «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәгендә үтте, унда XIX быуат һуңындағы – XX быуат башындағы Өфө йорттарынан алынған 11 яңыртылған ағас тәҙрәләр тәҡдим ителде, тип хәтергә төшөрҙө музейҙың директоры Гәүһәр Батталова.
Күргәҙмә Урман техникумы урамы, 49 адресы буйынса «Боронғо Өфө» музейының фонд һаҡлағысы залында (ТК «Октябрь» сауҙа комплексы туҡталышы) үтә һәм 17 ноябргә ҡәҙәр бара.
XX быуат башындағы Өфө йорттарының ысын һәм яңыртылған интерьерҙары рәссам А.Э.Тюлькиндың, яҙыусы М.Ғафуриҙың йорт-музейҙарында, һуңғараҡ осорҙағылар – С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейында һаҡланған.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика