06:21 (UTC+5), 29 Сентября 2017

Өфөлә Бөтә Рәсәй йәш композиторҙар фестивале уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Бөтә Рәсәй йәш композиторҙар фестивале уҙғарыла. 24-26 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһына Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Ҡазан, Һарытау ҡалаларындағы композиторҙар мәктәбе вәкилдәре йыйыла. Рәсәй композиторы һәм виолончелдә уйнаусы Ярослав Судзиловскийҙың килеүе көтөлә.
Фестивалдә Рәсәй композиторҙарының музыкаһын, ҡаҙаҡ авторҙарының әҫәрҙәрен тыңларға мөмкин. Сара барышында Милли симфоник оркестр (етәксеһе Раушан Яҡупов) һәм Дәүләт академия хор капеллаһы (етәксеһе Алһыу Хәсбиуллина) ҡатнашлығында симфоник һәм хор концерттары, камера әҫәрҙәренән программа һәм Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының (етәксеһе Линар Дәүләтбаев) сығышы ҡаралған. Концерттар Башҡорт дәүләт филармонияһының бәләкәй залында, Өфө сәнғәт училищеһының концерт, Шаляпин залдарында үтә.
Әлеге музыкаль форумдың төп маҡсаты — музыка һөйөүселәрҙе йәш композиторҙарҙың әҫәрҙәре менән таныштырыу һәм яңы ижад итә башлаған авторҙарға ижади үҫеш өсөн мөмкинлек биреү, тип билдәләне Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева. Уның һүҙҙәренсә, республиканың композиторҙар ойошмаһы йәштәр менән әүҙем эшләй, ике йыл эсендә 10 кеше ағза итеп алынған.
Фестивалдә ҡатнашыусылар иҫәбендә — Башҡортостандың йәш авторҙары: Алина Әхмәтова, Шәүрә Сәғитова, Виринея Белоусова, Шәүрә Ғәббәсова, Фәнил Ибраһимов, Галина Зиганова, Булат Исламов һәм башҡалар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика