03:00 (UTC+5), 28 Сентября 2017

Өфөлә йәнә Манхэттен ҡыҫҡа метражлы кино фестивале уҙасаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 28 сентябрҙән Өфөләге «Родина» кинотеатрында XX Манхэттен ҡыҫҡа метражлы кино фестивале уҙа. Кинофорум алты ҡитғаны, 43 илде, донъяның 210 ҡалаһында 180 мең тамашасыны берләштерәсәк. Улар быйылғы иң яҡшы фильмды һайлаясаҡ. Фестивальдең һуңғы сеансы Нью-Йоркта асыҡ һауалағы Union Square Park тигән паркта үтә. Унда һуңғы тауыштар фестиваль еңеүсеһен һәм наградаға лайыҡ булыусыны билдәләйәсәк.
«Бер аҙна. Бер донъя. Бер фестиваль» тигән сағыу исем аҫтында бер үк ваҡытта Мәскәүҙә һәм Нью-Йоркта, Санкт-Петербургта һәм Мадридта, Ярославлдә – Прагала, Лос-Анджелеста һәм Өфөлә, бик күп башҡа ҡалала показдар үтәсәк.
Фестивалдә тулыһынса профессиональ жюриҙан баш тарттылар. Төп судъялар сифатында тамашасылар сығыш яһай. Кинозалға килгән һәр кем бер иң яҡшы фильмды һайлау өсөн тауыш биреү бланкын аласаҡ. Ҡалалар һәм илдәр буйлап тауыш биреү йомғаҡтары фестивалде ойоштороу комитетына тапшырыласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт – «Родина» кинотеатры сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика