06:27 (UTC+5), 28 Сентября 2017

Ҡазанда «Европа-Азия» яңы музыка фестивалендә башҡорт моңо яңғырай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡазанда «Европа-Азия» яңы музыка фестивалендә башҡорт моңо яңғырай. Ҡурайҙа уйнау сәнғәте менән Ҡурайсылар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, солист Артур Ғайсаров таныштыра. Ҡурайсы С. Сәйҙәшев исемендәге Ҙур концерт залында уйнаны. Концерт программаһында «Яңы музыка» камера оркестры ҡатнашты. Оркестр Вологда, Якутск, Нальчик, Өфө, Ҡазан, шулай уҡ Вьетнам композиторҙары әҫәрҙәрен башҡара. Тамашасылар ҡурай, ҡумыҙ, хомус, Кавказ гармуны кеүек милли музыка ҡоралдарында уйнауҙарын тыңлай ала.
Ошо көндәрҙә программала үҙенең әҫәрҙәре менән Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Ләйлә Исмәғилева сығыш яһай.
27-30 сентябрҙә Ҡазанда ХIII «Европа-Азия» халыҡ-ара яңы музыка фестивале уҙа. Быйыл сараға Австралия, Вьетнам, Гонконг, Испания, Төркиә, Төркмәнстан һәм тәүге тапҡыр Колумбия композиторҙары, музыканттары килгән. Айырыуса Рәсәй төбәктәренән: Вологда, Кострома, Силәбе, Краснодар, Мәскәү ҡалаларынан, Башҡортостан, Удмурт, Сыуашстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Яҡутстан республикаларынан ҡатнашыусылар күп, тип хәбәр итә «Татар-информ».
Фестивалде ойоштороусылар — Татарстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Татарстандың Композиторҙар союзы. Художество етәксеһе — Рәсәйҙең Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары, Татарстан Республикаһының Композиторҙар союзы рәйесе, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы, композитор Рәшит Кәлимуллин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика