12:14 (UTC+5), 27 Сентября 2017

Башҡорт драма театрының «Самрау» студияһы һәләтле балаларҙы йыя

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Самрау» балалар театр студияһына 2017-2018 йылдарҙа шөғөлләнеү өсөн балалар йыялар. Яңы миҙгелде асыуға арналған матбуғат конференцияһында уҡытыусыларҙың береһе, актер Урал Әминев ошо хаҡта иғлан итте.
Студияға үҙен сәхнәлә һынап ҡарарға, ҡыйыу, ирекле һәм аралашыусан булырға теләгән 7 йәштән 17 йәшкәсә балалар саҡырыла. Актер оҫталығы, вокал, сәхнә телмәре, бейеү дәрестәре буласаҡ.
«Беҙҙең студияның асылыуына биш йыл ваҡыт үтте. Балалар бөтә спектаклдәргә, репетицияларға йөрөй, ҡайһы берҙә тамашаларҙа ла ҡатнаша», — тине Урал Әминев.
Уның әйтеүенсә, студия уҡытыусылары балаларҙан тап актер яһарға ынтылмай. Студияның төп маҡсаты — театр сәнғәтен ҡәҙерләгән, эске рухи донъяһы бай булған кешеләр тәрбиәләү. Шуның менән бергә студияла шөғөлләнеүселәр үҙҙәренең уңыштары менән дә ғорурлана: быйыл Йәнгүзәл Халиҡова Өфө сәнғәт институтының театр факультетына, Ынйы Сәғиҙуллина иһә Мәскәүгә Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһына уҡырға инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика