09:00 (UTC+5), 27 Сентября 2017

Айрат Абушахманов: Минең спектаклем — «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабын уҡымаған тамашасылар өсөн

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Спектаклем «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабын уҡымағандар өсөн тәғәйенләнә. Минең өсөн иң ҡыйыны — романды уҡып сығып, уны яратып өлгөргән тамашасылар», — тип белдерҙе матбуғат конференцияһында режиссер Айрат Абушахманов. Режиссер әйтеүенсә, спектакль романға иллюстрация түгел, ә Гүзәл Яхинаның шау-шыу ҡуптарған китабы буйынса сәхнәләштерелә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 24-25 ноябрҙә яңы спектакль театрҙың 98-се ижад миҙгелендә беренсе премьера буласаҡ. Романдың инсценировкаһын Рәсәй драматургы Ярослава Пулинович яҙған. Спектаклдә труппаның күпселек өлөшө ҡатнаша.
«Эш ауыр бара. Китап бик еңел уҡыла — барыһы ла кинотаҫма кеүек күҙ алдында. Авторҙың романды киносценарий кеүек яҙғанлығы билдәле, шуға күрә бөтә образдар ҙа айырым кадрҙарҙа бирелгән. Ә театрҙа иһә бөтөнләй башҡа шарттар: мәҫәлән, театр 300 тотҡон ултырған баржаны батыра алмай. Шуға икенсе юлдан барабыҙ — беҙгә геройҙарҙың эске донъяһы, уларҙың кисерештәре мөһим», — тип билдәләне режиссер.
Айрат Абушахманов спектаклдә милли бәйләнеш булмауын, төп геройҙың призмаһы аша тотош Рәсәйҙең яҙмышы, бөтә илдең фажиғәһе сағылдырылыуын билдәләне.
«Беҙ Зөләйханың бәхет, улы өсөн көрәшеүен күрһәтергә теләйбеҙ. Әлеге тарихтың төп фекере — кешенең ҡот осҡос шарттарҙа ла кеше булып ҡалыуы», — тине режиссер.
Айрат Абушахманов был спектакль уның шәхси трилогияһының аҙағы буласағын әйтеп үтте. Тәүге икәүһе «Ҡара йөҙҙәр» һәм «Джут» ине.
Төп ролдә кем уйнаясағын режиссер әлегә сер итеп ҡалдырҙы. Образ өҫтөндә ике актрисаның эшләүе генә билдәле.
Художество советы костюмдарҙың эскизын ҡабул иткән, декорациялар эшләү дауам итә (рәссам — Альберт Нестеров). Спектаклдә йырҙар ҙа яңғыраясаҡ, көйөн композитор Илшат Яхин яҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика