02:00 (UTC+5), 27 Сентября 2017

Асҡар Абдразаҡов ҡустыһы Илдар Абдразаҡты Тыуған көнө менән ҡотланы

Георгий Шишкин
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Асҡар Абдразаҡов ҡустыһы Илдар Абдразаҡовты Тыуған көнө менән ҡотланы. Билдәле йырсы үҙенең инстаграммаһына видеоҡотлау ҡуйған һәм бер туған ҡустыһын, шулай уҡ билдәле артисты ҡотлап, ошондай йылы һүҙҙәр яҙған:
«Тыуған көнөң менән, минең бер туған һәм яратҡан ҡустым! Һинең булыуыңа мин бик шатмын. Яҙмыш беҙгә ҙур бүләк эшләне, беҙ ошондай һөйөп-һөйөлгән һәм татыу ғаиләлә тыуғанбыҙ. Һиңә балаларыңды тәрбиләп үҫтереп, уларҙы иркәләтеп, һылыу ҡатыныңды яратып, ғаиләң өсөн терәк-таяныс һәм яҡлаусы булып тороуыңды теләйбеҙ. Ҡәҙерле туғаным, һиңә донъяның иң яҡшы сәхнәләрендә балҡып тороуыңды һәм үҙеңдең оҫталығың һәм матур тауышың менән әле күп-күп йылдар ҡыуандырыуыңды теләйем! Һаулыҡ һиңә һәм бар нәмәгә лә көсөң етһен! ».
Рәсәй басы Илдар Абдразаҡов – хәҙерге замандың иң ихтыяжлы опера бастарының береһе, «Грэмми» премияһы эйәһе, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, «Донъяның иң яҡшы басы» тигән маҡтаулы исемдәр алған. Кисә уға 41 йәш тулды.
Илдар Абдразаҡов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙ-үҙенә ҡотлау йырын урынлаштырған, уға коллегалары ла ҡушылып йырлаған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика