04:32 (UTC+5), 26 Сентябрь 2017

Билдәле музыкант Рәмил Ғәйзуллин Ҡаҙағстанда башҡорт сәнғәте менән таныштырҙы

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Билдәле ҡурайсы Рәмил Ғәйзуллин «Музыкальная Сарыарка» ХIХ халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. Фестиваль Карагандала (Ҡаҙағстан) үтте. Унда Ҡаҙағстандан, Рәсәйҙән, Үзбәкстандан, Ҡырғыҙстандан, Әзербайжандан, Төркиәнән, Швейцариянан, Израилдән, Америка Ҡушма Штаттарынан профессиональ башҡарыусылар һәм коллективтар ҡатнашты.
Башҡортостан музыканты Татимбета исемендәге академия хоры менән сығыш яһаны. Импровизация менән «Урал» халыҡ йырын уйнаны, яңғыҙы «Ғилмияза»ны башҡарҙы, «Азамат» йыры һәм Нур Дауытовтың «Фатима» пьесаһы менән дирижерлыҡ итте.
Маэстро шулай уҡ Ҡаҙағстандың атҡаҙанған эшмәкәре, профессор, «Төрксой» халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеиновтың 70 йәшенә арналған «Дуҫтарым – минең байлығым» гала-концертында ҡатнашты. Уның хөрмәтенә йондоҙҙар аллеяһында иҫтәлекле билдә ҡуйылды.
«Карагандала тәүгә сығыш яһаным. Ҡаҙаҡтар өсөн башҡорт көйө һәм ҡурай ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Беҙҙе Караганда өлкәһе аҡымы ҡабул иткәндә бөтә музыканттар исеменән ҡурайҙа уйнауымды һоранылар. Бындай башҡорт сәнғәтен пропагандалаусы сәфәрҙәр республикабыҙ өсөн бик мөһим, — тип һөйләй Рәмил Ғәйзуллин. — Октябрь һәм ноябрь айҙарында мине йәнә Астаналағы һәм Карагандалағы концерттарҙа ҡатнашырға саҡырҙылар».
Рәмил Ғәйзуллин – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын ойоштороусы. Кисә ул үҙенең тыуған көнөн билдәләне.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика