02:00 (UTC+5), 25 Сентября 2017

«Рәсәй-Башҡортостан радиоһы» тапшырыуы «Кавказ тауышы» бөтә Рәсәй фестивалендә еңеү яуланы

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»ның «Минең ауылым» тапшырыуы «Кавказ тауышы» бөтә Рәсәй радиофестивалендә еңеү яуланы, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы. «Минең ауылым» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы – Ғәлимйән Ибәтуллин.
Тапшырыу бына инде 10 йыл эфирға сыға. Унда республиканың агросәнәғәт комплексы, уның уңыштары һәм үҫеше, төбәктең үҙенсәлеге, ауыл тормошо, төрлө милләттәрҙең йолалары һәм халыҡ кәсептәре хаҡында һөйләнелә.
Конкурс сығарылышы башҡорт шәленә, Ишембай районының Ҡалыуайыры ауылы халҡына һәм республиканың «алмалы баш ҡалаһы» - Бөрө ҡалаһына арналған.
«Кавказ тауышы» VI бөтә Рәсәй радиофестивале еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 22 сентябрҙә Нальчикта (Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы) үтте. Фестиваль Чечен Республикаһының беренсе президенты, Рәсәй Геройы Әхмәд Ҡадировтың иҫтәлегенә арналған һәм алты йыл дауамында уҙғарыла. Былтыр «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»ның «Ҡояшлы ҡала» балалар редакцияһы тапшырыуҙарының береһе «Кавказ тауышы» лауреаты булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика