04:40 (UTC+5), 25 Сентября 2017

Өфө композиторы Марат Татурас башҡорт телен яҡлап интернет-проект асты

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө музыканты, композитор һәм аранжировкалаусы Марат Татурас (Фәйзуллин) башҡорт телен яҡлап интернет-проект асты. Ул «Afarin Records» интернет-нәшриәтен эшләтеп ебәрҙе. Проект донъяның эре магазиндарында башҡорт музыкаһын законлы рәүештә урынлаштырасаҡ.
«Башҡорт теленә ярҙам итергә һәм мин, яҡташтарым яратҡан йырҙар, көйҙәр Ер шарыбыҙҙың бөтә мөйөштәрендә лә яңғырай алырлыҡ итеп эшләргә булдым», — тип хәбәр итте музыкант «Башинформ» агентлығына.
Музыкант һөйләүенсә, ул башҡорт телендә башҡарыусыларға бөтә донъяла ишетелеү мөмкинлеген бирергә теләй. Уның һүҙҙәренсә, нәшриәт йорто коммерция, сәйәси ойошмалар менән бәйле түгел.
«Продюсер булараҡ был минең шәхси теләгем. Ул сәйәси акция түгел һәм минең власть структураларында кемдеңдер яғында булыуымды аңлатмай. Был яратҡан башҡорт мәҙәниәтен таратыуҙа минең индергән өлөшөм», — тип билдәләне Марат Татурас. Ул вәғәҙәләүенсә, яҡын ваҡыт эсендә сайт эшләй башлаясаҡ, әлегә башҡорт музыкаһын киң таратыу эше социаль селтәрҙәрҙә башланған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика