09:15 (UTC+5), 21 Сентября 2017

Журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитовтың сираттағы китабы баҫылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Алтындан алдын мәсьәлә» тип аталған был яңы йыйынтыҡта авторҙың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади, мәҙәни, әҙәби, әхләҡи һәм башҡа өлкәләр буйынса һуңғы осорҙағы радио аша сығыштары, матбуғатта баҫылған мәҡәләләре, журналистика һөнәре, тел тураһындағы үҙенсәлекле фекерҙәре, төрлө киң мәғлүмәт сараларына үҙе биргән интервьюлары, замандаштары тураһында әйткәндәре, хикмәтле хикәйәләре, Интернет-көндәлегенән һайланма яҙмалары тупланған.
Журналистикаға арналған бүлек «Йәнемә ғәзиз донъя» тигән дөйөм баш менән бирелгән. Унда журналист булып был шәп һөнәрҙе бөтә йөрәге менән яратҡандар, быны донъя көтөү өсөн ябай аҡса эшләү урыны тип кенә күрмәгәндәр, тәбиғәттән тел тойғололар, ил тойғололар, һүҙҙең бөйөклөгөн баһалағандар, әүеш-тәүеш менән генә шөғөлләнмәгәндәр, ысын мәғәнәһендә ижади йәндәр эшләргә тейешлегенә баҫым яһала, практик кәңәштәр бирелә, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар бәйәнләнә.
Бүлектәрҙең күпселек өлөшөндә телмәр күркәмлеге данлана, бөгөнгө тормош күренештәренә таянып, уның мәңге баһалап бөткөһөҙ бөйөк хазина икәнлеге өҫтәмә раҫлана. «Күркәм телмәр һәр кемгә кәрәк. Замандашыбыҙҙың бай, иркен, ләкин ипле һөйләшеүе уға ҙур хөрмәт уята, – тиелә. – Һәр һүҙ яуаплы ҡулланылһа, бар хәреф, һәммә тыныш билдәһе үҙенең генә урынында торһа ине. Һүҙҙәр кәм булһын, кәм булһа ла тәм булһын. Улар кешеләр менән бергә генә, улар хәстәрендә генә йәшәй. Һүҙҙәрҙең үҙенсә генә типкән йөрәге, ҡыуана, бошона белгән күңеле барҙай... »
Китап «Башакадемкнига» магазинында һатыла.
Рәсүл Сәғитов – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Журналистар, Яҙыусылар союздары, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. «Юлдаш» радиоһының ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе булып эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика