02:40 (UTC+5), 20 Сентября 2017

«Талант ас булырға тейеш» - тип иғлан итте Өфөлә Театр төнө

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Талант ас булырға тейеш» - тип иғлан итте Өфөлә Театр төнө. Ҡарауанһарайҙа кешеләрҙе сағыу банерҙар менән ҡыҫтап саҡырып, шәхси Өфө театр труппалары артистары иң популяр күмәк кеше ҡатнашлығындағы акцияға – Театр төнөнә саҡырҙы. МенЯ, The Театр исемендәге театр миниатюралары оҫтаханалары өсөн хатта магазиндар ҙа майҙансыҡҡа әйләнде.
Ғәҙәти сараға әүерелгән мәҙәни проектҡа республиканың бөтә театр коллективтары йәлеп ителгәйне. Һәр ваҡыттағыса, театр төркөмдәре актерҙары үҙҙәренең программаларына ғәғәт ҙур үҙенсәлеклелек һәм күтәренке кәйеф һалғайны, театр цехтары – костюмерҙар, реквизиторҙар, гримлаусылар ҙа ситтә ҡалманы. Башта театрҙар сараға йыйылғандарҙы үҙҙәренең майҙансыҡтарында сәләмләп, аҡрынлап фойеға һәм залдарға индерҙе.
«Акция йыл һайын уҙғарыла, бының халыҡҡа нисек ҡыҙыҡ булыуын күрәбеҙ. Яңыраҡ Өфөлә үткән «Туғанлыҡ» фестиваленән һәм гастролдәрҙән ни тиклем арыһаҡ та, кәйеф эшләргә кәрәк. Нисәнсе йыл инде акцияның һөҙөмтә биреүенә һәм тамашасының спектаклдәргә бушлай ғына түгел, билеттар һатып алыуына ышанабыҙ», — тип һөйләй Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров.
Сараға килгәндәр интерактив тамашаларҙа, пьесалар уҡыуҙа ҡатнашты, образдарҙа булып, костюмдар кейеп ҡараны, фотозоналарҙа төштө. Атап әйткәндә, Башҡорт драма театрында өфөләр «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» спектакленән тылсымлы тәхеткә, «Хыялый» спектакленән велосипедҡа ултырып ҡарай, «Хыялға ҡаршы» спектаклендәге «аҙыҡтан» ауыҙ итә алды. Актерҙарҙың ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар кумирҙары менән туранан-тура аралашыу мөмкинлегенә эйә булды.
«Театр төнөнә беҙ тәүге тапҡыр балаларға күрһәтеү, уларға театрға ҡарата һөйөү уятыу өсөн бөтә ғаиләбеҙ менән килдек. Студент йылдарында бында йыш була торғайныҡ, ғәҙер ошоно иҫкә алдыҡ», — тип һөйләне тамашасы Гөлнара Самсонова.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика