11:26 (UTC+5), 20 Сентября 2017

Башҡортостанда тәүге тапҡыр башҡорт этник ижад конкурсы уҙғарыла

Республика халыҡ ижады үҙәге
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 27 сентябрҙә Башҡортостандың Әбйәлил районында беренсегә «Ҡыҙыл йәйләүе» башҡорт этник ижад конкурсы ойошторола. Сара музыкаль һәм мәҙәни традицияларҙы үҫтереү, сәсәндәрҙе, этник музыка ижад итеүселәрҙе, үҙешмәкәр композиторҙарҙы эҙләү һәм уларға ярҙам итеү, ижади ҡеүәттәрен үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сәсәндәр үҙәге.
Фестиваль барышында сәсәндәр араһында башҡорт ауыҙ-тел ижады бәйгеһе үтә. Унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 16 йәшкә тиклемге һәм унан өлкәнерәк һәүәҫкәр, шулай уҡ профессиональ сәсәндәр, шағирҙар, ауыҙ-тел ижады һәм йыр сәнғәте оҫталары, лаҡап һөйләүселәр ҡатнаша.
Шулай уҡ башҡорт этник музыкаһын ижади итеүселәр араһында конкурс уҙғарыла. Бәйгелә үҙешмәкәр композиторҙар, башҡорт этник көйҙәрен ижад итеүселәр өсөн инструменталь һәм вокаль жанр номинациялары ҡаралған.
Фестиваль программаһында — башҡорттарҙың сәсәнлек сәнғәте, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре, район күргәҙмәһе — биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары конкурсы, ижади коллективтар һәм конкурсанттар ҡатнашлығында гала-концерт.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика