09:00 (UTC+5), 19 Сентября 2017

Бөйөк Британия фотографы Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығын һәм Шүлгәнташтағы һүрәттәрҙе төшөрөргә килә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Сентябрҙең икенсе яртыһында Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге саҡырыуы буйынса Бөрйән районына Бөйөк Британиянан танылған фотограф Робби Шон (Robbie Shone) килә. Билдәле фотографтың Башҡортостанға сәйәхәтенең маҡсаты — тәбиғәттең хозурлығын, шулай уҡ Шүлгәнташ мәмерйәһендәге бар донъяға танылыу алған һүрәттәрҙе фотоға төшөрөү, тип хәбәр иттеләр ғилми-етештереү үҙәгендә. Белгестәр фекеренсә, Робби Шондың эштәре үҙенсәлекле мәмерйәне яңы ракурстан күрергә мөмкинлек бирәсәк.
Шүлгәнташ мәмерйәһе донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын йылдан-йыл үҙенә күберәк йәлеп итә. Һуңғы дүрт йылда тарихҡа тиклемге ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе өйрәнеү өсөн Башҡортостанға Франция, Испания, Австрия, Андорра, Венгрия һәм башҡа илдәрҙән ғалимдар килде.
Робби Шон мәмерйәләге объекттарҙы төшөрөү менән шөғөлләнә һәм National Geographic телеканалының рәсми фотографы булып тора. Уның фотоһүрәттәре GEO, Intelligent Life, Stern and View кеүек баҫмаларҙа донъя күргән. Ул бер нисә милли һәм халыҡ-ара наградаға лайыҡ булған. Йыш ҡына конкурстың жюри ағзаһы һәм докладсы сифатында ҡатнаша. Робби Шон Ҡытайҙың, Папуа-Яңы Гвинеяның, Борнеоның, Венесуэланың, Мексиканың, Үзбәкстандың, Судандың, Вьетнамдың, Пикустың, Альптың һәм Крит утрауының алыҫ райондарына мауыҡтырғыс фотоэкспедицияларға барған. Ул шулай уҡ Калифорнияла разведка төркөмдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән һәм Португалияла, Швейцарияла, Австрияла ғалимдарҙың эшен документлаштырған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика