08:14 (UTC+5), 14 Сентябрь 2017

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры миҙгелде «Ете тылсымлы теләк» тигән спектакль-квест менән аса

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 16 сентябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 86-сы ижад миҙгелен «Ете тылсымлы теләк» тигән спектакль-квест менән аса. Пьеса Башҡортостан халыҡтарының телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса саралар барышында яҙылған. Ҡуйыусыһы — рәссам, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы Йәштәр советының «Life-theatre» премияһы лауреаты Әнисә Томаншина менән берлектә Альберт Имаметдинов.
«86-сы театр миҙгелен асыу тантанаһы ваҡытында балаларҙы ғәҙәттәгесә фойела байрам программаһы көтә. Тамашасылар әкиәт геройҙары менән осраша, улар менән фотоға төшә, шулай уҡ театрҙың баһалар китабында үҙҙәренең теләктәрен яҙып ҡалдыра ала», — тип һөйләнеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.
86-сы миҙгелдә театрҙың үҙендә лә, күсмә майҙансыҡтарҙа ла спектаклдәр күрһәтергә ниәтләйҙәр. Байрамдарға һәм әһәмиәтле ваҡиғаларға бағышланған саралар, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ҡыҙыҡлы конкурстар, акциялар ойоштороу ҡаралған. Уҙған миҙгелдә асылған «Kuku-project» ла үҙ эшен дауам итә, театрҙың ағымдағы репертуарына иһә өлкәндәр өсөн тағы бер спектакль өҫтәлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика