07:52 (UTC+5), 13 Сентября 2017

Йәштәр театры «Ҙур гастролдәр» федераль программаһында ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Ҙур гастролдәр» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә Нальчик ҡалаһына юллана. 14-17 сентябрҙә Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының Дәүләт музыка театры сәхнәһендә Башҡортостандан килгән коллектив балалар һәм өлкәндәр өсөн алты спектакль сәхнәләштерә. Программаны ойоштороусылар — Федераль гастролдәр эшмәкәрлегенә ярҙам итеү үҙәге.
Йәштәр театрының башҡорт труппаһы М. Кәримдең «Тылсымлы тирмән», М. Багаевтың «Аҡса булһа бер муҡса...», Дж. Родариҙың «Чиполлино», С. Айытматовтың «Диңгеҙ сите буйлап йүгергән алабай», У. Хубтың «Һигеҙҙә Нух кәмәһе янында», Ф. Бүләковтың «Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа» спектаклдәрен тәҡдим итә. Художество етәксеһе Мәсәлим Күлбаев фекеренсә, гастролдәр репертуарына Төньяҡ Кавказда йәшәүселәр өсөн ҡыҙыҡлы булған сәхнә әҫәрҙәре һайлап алынған.
Был Йәштәр театрының Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһына тәүгә барыуы түгел. Һуңғы тапҡыр рус труппаһы — 2012 йылда, башҡорт труппаһы иһә 2013 йылда алмаш гастролдәр менән Нальчикка барып ҡайтҡайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика