04:05 (UTC+5), 08 Сентября 2017

Өфөлә тантаналы рәүештә VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале асылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә тантаналы рәүештә VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале асылды. Фестивалдә ҡатнашыусылар, милли костюмдарҙа һәм төрлө илдәрҙең, республикаларҙың флагтарын тотоп, Театр урамы буйлап үтте. Фестивалде асыу тантанаһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алдындағы майҙанда булды. Ете башҡорт ырыуы вәкилдәре ҡунаҡтарҙы уларҙың туған телендә сәләмләне.
«Бөгөн республикабыҙ, ҡалабыҙ йәнә күптән көтөп алған һоҡланғыс сараны ҡабул итә. Уның исемен телдәребеҙҙең береһенә лә тәржемә итергә кәрәкмәй. Туғанлыҡ, дуҫлыҡ тойғоларынан да яҡыныраҡ нимә булыуы мөмкин? Бөгөн донъяла бик күп ҡот осҡос, фажиғәле ваҡиғалар булып тора, уларҙы күреп, йөрәккә ҡан һауа. Аллаға шөкөр, беҙҙә театр, тәүге саҡырыу буйынса уҡ Башҡортостанға килгән туғандарыбыҙ бар. Улар аҙна буйына өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына үҙҙәренең сәнғәтен, оҫталығын, Хоҙай тарафынан бирелгән һәләтен күрһәтәсәк», — тине фестивалде асып, республика Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов.
Фестивалдең номинациялары, тәнҡитселәр коллегияһы һәм жюри ағзалары менән таныштырыу булды. Ҡатнашыусыларҙы фестиваль жюрийы рәйесе — билдәле режиссер, М. Горький исемендәге Ырымбур драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Рифҡәт Исрафилов һәм тәнҡитселәр коллегияһы ағзаһы, театр белгесе Андрей Ястребов (Мәскәү) сәләмләне. Рифҡәт Вәкил улы «Туғанлыҡ» фестиваленең ойошторолоу тарихын иҫкә төшөрҙө, уның идеяһы 1991 йылда Театр эшмәкәрҙәре союзының ул саҡтағы рәйесе Михаил Ульяновтың кабинетында барлыҡҡа килә. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһындағы фестивалде Рәсәйҙең милли театрҙар фестивалдәрен башлап ебәреүсе тип атаны.
Ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар һәм өфөләр өсөн театр алдындағы майҙанда Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Йатаған» этно-төркөмө, йырсы Әлфиә Ниғмәтуллина, «Зәйнетдин» этно-шоу проекты сығыш яһаны. Театр йолаһына ярашлы, Әбйәлил районының «Миләш» халыҡ ансамбле артистары сығыштан һуң ҡунаҡтарға уңыш йылмайһын өсөн тәңкәләр таратты. Ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән һыйланылар.
7-14 сентябрҙә баш ҡалала Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың булышлығы менән «Туғанлыҡ» фестивале үтә. Театр форумына Хакасия, Ҡырғыҙстан, Дағстан, Азербайжан, Ҡабарҙа-Балҡар, Сыуашстан, Ҡаҙағстан, Татарстан һәм Башҡортостандан төрки донъяһының ижади коллективтары йыйылды.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика