07:10 (UTC+5), 07 Сентября 2017

Өфөлә VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале асыла. Фестиваль баш ҡалала 7-14 сентябрҙә уҙғарыла. Театр форумы Хакасия, Ҡырғыҙстан, Дағстан, Азербайжан, Ҡабарҙа-Балҡар,Сыуашстан, Ҡаҙағстан, Татарстан һәм Башҡортостандан төрки донъяһының ижади коллективтарын йыя.
Киске сәғәт 5-се яртыла М. Ғафури исемендәге Башҡорт театры алдында фестивалде асыу тантанаһы һәм ҡатнашыусылар парады була. Унан алда фестиваль ҡунаҡтары Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һала.
Спектаклдәрҙе «Туғанлыҡ-2017» фестивале жюрийы баһалай. Йола буйынса, конкурс спектаклдәрен театр тәнҡитселәре коллегияһы ҡарай һәм тикшерә.
Фестиваль барышында Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда Мәскәү Театр тәнҡитселәре ассоциацияһының театр белгесе Игорь Овчинниковтың «Театрҙа интернет технологиялары», «Театр маркетингы» лекцияһы, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының милли театрҙар кабинеты рәйесе Борис Манджиев менән түңәрәк өҫтәл һәм Б. Щукин исемендәге Театр институты ректоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Евгений Князев (Мәскәү) менән ижади осрашыу үткәрелә.
«Төрки телле театр һәм мәҙәниәттәр диалогы» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның махсус ҡунағы — театр белгесе, Голдсмитс университеты профессоры Мария Шевцова (Бөйөк Британия, Лондон).
Сара барышында шулай уҡ М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында конкурста ҡатнашҡан театр артистары менән этноконцерт һәм Ҡырмыҫҡалы районында Театр йыйыны ҡаралған.
VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивален ябыу тантанаһы 14 сентябрҙә киске сәғәт 7-лә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия театрында үтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика