05:31 (UTC+5), 07 Сентября 2017

Бабич ролен башҡарыусы Екатеринбургтағы кинофестивалдә ҡыҙыл юлдан үтте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич ролен уйнаған актер Илгиз Таһиров Екатеринбургта «Уралкинофест» кинофестивалендә ҡыҙыл юлдан үтте. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың юлы ағалы-энеле Люмьер һәйкәленән башланды.
Кинофестиваль программаһында «Бабич» һәм «Өфөнән һөйөү менән» тигән ике яңы башҡорт фильмы тәҡдим ителгән. Айнур Асҡаровтың романтик комедияһы конкурс программаһында 6 сентябрҙә күрһәтелде. Булат Йосоповтың тарихи фильмын 7 сентябрҙә «Глобус» сауҙа-күңел асыу комплексының кино йортонда һәм 8 сентябрҙә «Карнавал» сауҙа-күңел асыу үҙәгенең кинокомплексында ҡарарға мөмкин.
2-8 сентябрҙә Екатеринбургта һәм Свердловск өлкәһе ҡалаларында икенсе тапҡыр Рәсәй киноһының Урал асыҡ фестивале уҙғарыла. Программала — Екатеринбургтың һәм өлкәнең 20 кинозалында 119 картина. Жюри рәйесе — режиссер, сценарист Андрей Прошкин. Сеанстарға инеү бушлай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика