16:57 (UTC+5), 06 Сентябрь 2017

Өфөлә Табын ырыуы һәм табындар хаҡында китап сыҡты

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөлә«Матбуғат донъяһы» нәшриәтендә табын ырыуы вәкилдәренең IV съезы документтары һәм материалдары тупланған «Беҙ — табындар» китабы донъя күрҙе. Унда форумдың ҡыҫҡаса стенограммаһы, тарих фәндәре докторы, профессор Булат Аҙнабаевтың «Башҡорт этносында табын ҡәбиләһенең роле» исемле доклады, делегаттарҙың сығыштары һәм тәҡдимдәре, шулай уҡ съездың резолюцияһы һәм башҡа документтар урын алған. Йыйынтыҡтың авторы һәм төҙөүсеһе — билдәле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Нияз Сәлимов.
«Табындарҙың күренекле шәхестәре» бүлегендә башҡорт халҡын республиканан ситтә танытҡан арҙаҡлы мәғрифәтселәр, ғалимдар, яҙыусылар, хәрби етәкселәрҙең исемдәре бирелгән. Улар араһында Ғәли Соҡорой, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мөхәмәтша Буранғолов, Мәжит Ғафури, Муса Мортазин, Абдулҡадир Инан, Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов), Йәлил Кейекбаев, Әнғәм Атнабаев бар.
Китаптың эске яғында башҡорт халҡының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешенә ҙур өлөш индергән Мөхәмәт Алсынбаев, Ғиндулла Шәйәхмәтов, Спартак Ильясов һәм Фәнзил Сыңғыҙовтың фотоһүрәттәре урынлаштырылған.
Ирек Кинйәбулатовтың һүҙҙәренә яҙылған «Табындар йыры», Мәүлит Ямалетдин һәм Фәрғәт Ҡотлобаевтың шиғырҙары, шулай уҡ IV съездан һәм йәй көнө Архангел районында үткән Табын йәштәре фестиваленән фотоһүрәттәр — быларҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған китапты һиҙелерлек байытты.
Белешмә. Бөгөн табын ырыуы вәкилдәре Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Ҡариҙел, Тәтешле, Ауырғазы, Дәүләкән, Әбйәлил, Салауат һәм башҡа райондарҙа, шулай уҡ Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәләрендә һәм Татарстандың Мөслим районында йәшәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика