03:58 (UTC+5), 31 Августа 2017

Театр төнө өфөләргә халыҡ артисы булыу мөмкинлеге бирәсәк

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Быйыл Өфөлә 19 сентябрҙә уҙасаҡ Театр төнө өфөләргә үҙ-үҙен күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Ошо хаҡта М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ғәҙәттәге акцияны ойоштороусыларҙың берәүһе белдерҙе.
Театр йондоҙ булырға, профессиональ артистар менән бер сәхнәлә сығыш яһарға теләүселәр өсөн кастинг иғлан итте. Башҡортостандың төп театры сәхнәһендә Башҡорт академия театры йондоҙҙары менән берлектә мауыҡтырғыс театр шоуы үтәсәк. Кастингты үткән өфөләр тамашала ҡатнаша һәм «Халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемде яулай ала. Йыйылған тамашасылар эксперттар ролендә сығыш яһаясаҡ, улар тауыш биреү менән еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.
Кастингта ҡатнашыу өсөн теләһе ҡайһы жанрҙа үҙеңдең сығышыңды видеороликка төшөрөп, gafury_lit@mail.ru тигән электрон адресҡа (темала ТАЛАНТ һүҙен яҙырға) йәки сара төркөмө хакимдарына йә иһә 8-917-491-10-77 телефон һандарына «wats-up»ҡа хәбәр менән ебәрергә кәрәк. Ғаризалар 15 сентябргә ҡәҙәр ҡабул ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика