06:02 (UTC+5), 31 Августа 2017

Республикала «Толпар» теле-кинофестивале еңеүсеһе билдәләнде

Эдуард Дилмөхәмәтов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ейәнсура районында, «Ал елкәндәр» балалар лагерында, «Толпар» IV асыҡ балалар һәм үҫмерҙәр теле-кинофестивале уҙҙы. Конкурс программаһында Башҡортостан, Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙәге йәш ижадсының 73 эше ҡатнашты.
Йомғаҡтар буйынса ете номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Илназ Мостафин «Кофе һәм танышыу» ҡыҫҡа метражлы фильмы өсөн фестивалдең Гран-приһын яуланы. Илназ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың махсус призына лайыҡ булды. Ул үҫеп килгән йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә, тыуған ергә һаҡсыл мөнәсәбәт, шулай уҡ әүҙем тормош позицияһын булдырыуҙа фестивалдең мөһимлеген билдәләне. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы еңеүселәрҙе «Экологик мәсьәләләрҙе иң яҡшы сағылдырыу» тигән махсус номинацияла бүләкләне.
Ике көн буйына йәш кинематографистар оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнашты, конкурс эштәрен ҡараны һәм фекер алышты. Фоторәссам Эдуард Дилмөхәмәтов, клипмейкер Батыр Ғәлимов, режиссерҙар Ләйсән Мәзитова, Әҙилә Һөнәрғолова, тележурналист Татьяна Никитина, продюсер Катрина Душанбаева байтаҡ һорауҙарға яуап бирҙе. Булат Йосоповтың «Бабич» нәфис фильмын ҡарағандан һуң фекер алышыу ойошторолдо. Унда төп ролдәрҙе башҡарыусылар Илгиз Таһиров, Салауат Юлдашбаев һәм Радмир Абдуллин ҡатнашты.
«Тамыр» телеканалы директоры, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Гөлназ Ҡолһарина балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең видеоижадын үҫтереү, уларҙы тыуған ергә, туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә, шулай уҡ социаль проблемаларҙы сағылдырыуға йүнәлтелгән фильмдар төшөрөүгә йәлеп итеү өсөн көстәрҙе берләштереү кәрәклеген билдәләне.
Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин балаларға ижади ынтылыштары, йәш ойоштороусыларға емешле эштәре өсөн рәхмәт белдереп, киләһе йылда ла Ейәнсура еренә саҡырҙы.
«Толпар» фестивален республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы булышлығында Башҡортостандың Ейәнсура районы хакимиәте һәм «Тамыр» балалар телеканалы ойошторҙо.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика