02:47 (UTC+5), 30 Августа 2017

Өфөлә Милли симфоник оркестр 26-сы концерт миҙгелен асты

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Милли симфоник оркестр 26-сы концерт миҙгелен асты. Әле сирек быуат юбилейын билдәләгән республиканың алдынғы ижади коллективы юбилейлы йылын дауам итә.
Оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры Раушан Яҡупов «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә миҙгелгә билдәләнгән пландар менән уртаҡлашты.
«Беҙҙең оркестрға 25 йыл, тыуған көнө бишенсе айҙа бишенсе көндә булды. Ҡыҙыҡлы проекттар, әлбиттә, буласаҡ, атап әйткәндә «Квинта» — бишенсе симфония, бишенсе фортепиана, бишенсе скрипка концерты башҡарыласаҡ. Проект яҡынса ноябрҙә башлана һәм миҙгел дауамында барасаҡ», — тип хәбәр итте маэстро.
Раушан Яҡупов билдәләүенсә, популяр «Балалар альбомы» әҙәби-музыкаль проекты дауам итәсәк, көҙгөһөн яңы бүлеге көтөлә.
«Яңы миҙгелгә яҡшы кәйеф менән аяҡ баҫабыҙ. Яңы миҙгел – ул ҡыҙыҡлы кешеләр менән яңы уртаҡ ижад. Күптәре менән килешеүҙәр бар – ул, мәҫәлән: Санкт-Петербург Музыка йортоноң художество етәксеһе Сергей Ролдугин һәм Павел Милюков. «Рәсәй музыка йыйылмаһы» проекты сиктәрендә улар Брамстың икеләтә концертын уйнаясаҡ», — тип һөйләне художество етәксеһе.
Миҙгел асыу концерты композитор Игорь Стравинскийҙың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә «Пульчинелла» балетынан Сюита һәм Рус әҫәре яңғыраны.
Тыңлаусылар донъялағы башҡарыусылар репертуарынан данлыҡлы әҫәрҙәрҙең береһенән – Александр Глазуновтың ля минор скрипка концерты менән ләззәтләнә алды. Оркестр менән халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Санкт-Петербург Музыка йортоноң программаһында ҡатнашыусы, иҫ китмәле скрипкасы Степан Стариков сығыш яһаны. Скрипкасы Өфө тамашасыһына шул тиклем оҡшаны, хатта музыкантҡа йәнә ике тапҡыр бисҡа сығыш яһарға тура килде.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика