11:46 (UTC+5), 29 Августа 2017

Танылған башҡорт мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең исемдәре «Кто есть кто» бөтә донъя баҫмаһына индерелгән

Владимир Галатенко
Владимир Галатенко
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Мәскәүҙә Халыҡ-ара ижади хеҙмәткәрҙәр ассоциацияһы идараһының ултырышы үтте, унда Халыҡ-ара ижади хеҙмәткәрҙәр ассоциацияһы идараһы ағзаһы, Рус фәне һәм сәнғәте академияһының мөхбир ағзаһы, башҡорт сатиригы Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим) ҡатнашты. Баш ҡаланың фән, сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең ижади осрашыуы Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Владимир Галатенконың Әҙәбиәт-художество үҙәгендә барҙы.
Ассоциация һәм академия президенты, физика-математика фәндәре докторы, профессор, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Виктор Никеров йәмғиәт үҫешенең хәҙерге этабында фән һәм мәҙәниәт өлкәһендәге мөһим проблемалар хаҡында һөйләне. Ул Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһына рус һәм инглиз телендәге «Кто есть кто: Всемирное издание» биографик инновацион белешмәнең яңы 20-се баҫмаһын бүләк итте. Белешмәне Виктор Никеров үҙе төҙөгән. Бында Рәсәй һәм донъя кимәлендә танылыу яулаған 700-гә яҡын шәхестең биографияһы һәм ҡаҙаныштары хаҡында мәғлүмәт тупланған. Улар араһында билдәле яҡташтарыбыҙ: Рәсәйҙең Дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең халыҡ артисы Рифҡәт Исрафилов, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Рәсүл Ҡарабулатов, Сергей Михалков һәм Николай Гоголь исемендәге халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты Марсель Сәлимов бар.
Белешмәлә биография материалдарының биографистар тарафынан мөхәррир-төҙөүсенең шәхси үтенесе буйынса бирелгәнлеге ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Белешмәлә Сергей Собянин, Аман Тулеев, Геннадий Зюганов, Владимир Жириновский, Барак Обама, Дональд Трамп, Юрий Бондарев, Александр Проханов, Карен Шахназаров, Родион Щедриндың һәм башҡа бик күп күренекле шәхестәрҙең биографиялары тап шул рәүешле урын алған.
«Виктор Алексеевич мине «Крокодил», «Журналист», «Литературная газета», «Литературная Россия» һәм башҡа үҙәк баҫмаларҙа донъя күргән әҫәрҙәрем буйынса «тапҡан». Тап ун йыл элек, 2007 йылда, ул тәүге тапҡыр минең биографиямды «Кто есть кто: Русское издание» белешмәһенә индергәйне», – тип һөйләне Марсель Сәлимов «Башинформ» агентлығына.
Яңы баҫма менән республиканың Милли китапханаһында танышырға мөмкин.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика