05:46 (UTC+5), 29 Августа 2017

Илдар Абдразаҡов Роландо Вильясон менән бергәләп яңы альбом яҙҙырҙы

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зальцбург ҡалаһында бөтә донъяға билдәле опера йырсылары – Рәсәй басы Илдар Абдразаҡов һәм Мексика теноры Роландо Вильязондың осрашыуы үтте. Матбуғат һәм акредитацияланған ҡунаҡтар өсөн сара «Deutsche Grammophon» брендына яңы «Дуэттар» альбомы сығыр алдынан ойошторолдо. Рәсми рәүештә һатыу 22 сентябргә билдәләнгән.
Йырсының рәсми сәхәфәһендә хәбәр ителеүенсә, яңы CD диск тенор һәм бас-баритон өсөн француз һәм итальян опера дуэттарынан төҙөлгән. Дирижер — Янник Незе-Сеген. Был диск Абдразаҡов өсөн «һары лейблда» дебют яҙма буласаҡ.
Ике опера йырсыларын – Илдар Абдразаҡовты һәм Роландо Вильязонды күп йыллыҡ дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек бәйләй. Тәүге тапҡыр йырсылар бергәләп сәхнәгә 2009 йылда «Лючия ди Ламмермур» Метрополитен Операһы постановкаһында сыҡты.
Яңы альбом менән таныштырыу сараһынан һуң артистар дуэт программаһы менән Европа ҡалалары буйлап ҙур турға сығырға күҙаллай. Маршрут Прага (20 ноябрҙә), Берлин (23 ноябрҙә), Баден-Баден (26 ноябрҙә), Штутгарт (29 ноябрҙә), Мюнхен (3 декабрҙә), Париж (9 декабрҙә) һәм Вена (12 декабрҙә) аша үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика