14:42 (UTC+5), 28 Августа 2017

«Мираҫ» ансамбле Венгриянан гастролдәрҙән ҡайтты

«Мираҫ» ансамбле
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле сит илдән гастролдәрҙән ҡайтты. Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, коллектив Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының традицион мәҙәниәтен Венгрияла «Summerfest» халыҡ-ара фольклор фестивалендә таныштырҙы. Өфө артистарына маҡтаулы бурысты Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто йөкмәтте.
Фольклор байрамының һәр көнө сағыу ваҡиғаларға һәм тәьҫораттарға бай булды, тип уртаҡлашты «мираҫтар».
14 августа Сазхаломбатт ҡалаһында рәсми рәүештә фестивалде асыу һәм үҙәк урамдар буйлап коллективтар парады булды. Шунда уҡ Изге Стефан майҙанында коллективтарҙың сығыштарынан тыш халыҡ ижады йәрминкәһе ойошторолдо. Башҡортостан күргәҙмәһе бай баш кейемдәре, биҙәүестәр һәм төрлө сувенир продукцияһы менән хәтерҙә ҡалды.
Биш көнлөк фестиваль программаһында ансамбль Сазхаломбатт, Тёкёль, Рацкеве, Будапешт ҡалаларында, шулай уҡ Дунай йылғаһы буйлап йөрөгән иң ҙур кораблдә лә сығыш яһаны. Тамашасыларға «Сатыр эргәһендә», «Йәшлек», «Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар», «Солтанаҡов» кеүек башҡорт постановкалары «Калинка» һәм «Себер» рус бейеүҙәре тәҡдим ителде.
Венгрияға артистарҙың бәләкәй төркөмө генә барыуына ҡарамаҫтан, өфөләрҙең сығыштарын фестиваль директоры Джозеф Сигатвари һәм Сазхаломбатт ҡалаһы мэры Михай Везер юғары баһаланы. «Мираҫ» ансамбле юғары башҡарыу кимәленә һәм ҙур ижади потенциалға эйә, тип билдәләнде.
Фестиваль сиктәрендә Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитовтың Сазхаломбатт ҡалаһы етәкселеге менән рәсми осрашыуы булды. Осрашыуҙа Өфөлә 2020 йылда үтәсәк бөтә донъя Фольклориадаһын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика