Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Август 2017, 08:37
Өфөгә «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинфестиваленә актер Дмитрий Дюжев килә
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөгә «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинфестиваленә актер Дмитрий Дюжев килә. Ул фестиваль ҡунағы буласаҡ, тип хәбәр итә сараны ойоштороусылар. Билдәле Рәсәй актеры тамашасыларға рус әҙәбиәте шедевры – А.С.Пушкиндың «Евгений Онегин» романының постановкаһын бүләк итәсәк.
«Көмөш Аҡбуҙат» IV халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале Өфөлә 12-14 октябрҙә үтә. Өс көнгө Өфө мәҙәни үҙәккә әйләнәсәк һәм төрлө төбәктәрҙән, илдәрҙән режиссерҙарҙы, актерҙарҙы, продюсерҙарҙы йыясаҡ. Өс көн кинокүрһәтеүҙәргә инеү ирекле.
«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивален ойоштороусылар милли һәм этник йүнәлештәге фильмдарҙы төшөрөүсе кинематографсыларҙың ижадын популярлаштырыу өсөн уйлап сығарған.
Автор:
Ләйлә Аралбаева
Теги:
халыҡ-ара кинофестивале
көмөш аҡбуҙат
Читайте нас: