09:07 (UTC+5), 16 Августа 2017

Рөстәм Хәмитов бейеү студияһын үҫтереү өсөн Өфөлә майҙансыҡ табырға ҡушты

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика хөкүмәтенә «E-Dance Studio» бейеү студияһын үҫтереү өсөн майҙансыҡ табырға ҡушты. Граждандарҙы ҡабул итеү сиктәрендә республика Башлығы «Бейеү сәнғәте лидерҙары ассоциацияһы» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Артем Боев менән осрашты.
Студия Өфөлә бер нисә бинаны ҡуртымға алған, әммә үҫешер өсөн уға майҙансыҡ кәрәк. Ул киләсәктә төрлө бейеү йүнәлештәре менән шөғөлләнергә теләүселәрҙе, ижади йәштәрҙе йәлеп итә аласаҡ. Проект командаһы тулыһынса майҙансыҡты йыһазландырыуға һәм йүнәлеште үҫтереүгә инвестициялар йәлеп итергә әҙер.
Проектҡа нигеҙ һалыусы Артем Боев «E-Dance Studio» эше менән таныштырҙы. Студияла заманса хореографияға өйрәнәләр. Унда йөрөүселәр төрлө сараларҙа, шул иҫәптән Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм илебеҙҙең башҡа ҡалаларында уҙғарылған Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша.
«Был һеҙҙең бизнес, бер үк ваҡытта ижтимағи йөкләнеш тә», — тине Рөстәм Хәмитов. Яңы ижади проекттар йыш ҡына ярашлы бина таба алмау сәбәпле республика Башлығы студияны урынлаштырыу өсөн яйлы варианттар табырға йөкләмә бирҙе.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика