01:25 (UTC+5), 15 Август 2017

Татарстан башҡорттары республиканың иң юғары нөктәһендә сығыш яһаны

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Татарстандың Аҙнаҡай районында «Сатыртауҙа йыйын» VII халыҡ-ара төрки халыҡтарының халыҡ ижады фестивале үтте. Төп сәхнәлә бөтә Рәсәйҙән фольклор коллективтар сығыш яһаны. Халыҡ байрамында Татарстандың Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Түбәнге Кама, Туҡай райондары башҡорттары, Түбәнге Кама ҡалаһынан «Сал Урал» башҡорт фольклор ансамбле һәм Яр Саллы ҡалаһынан «Гөлнәзирә» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле сығыш яһаны.
«Сатыртау – Татарстандың иң юғары географик нөктәһе – 343 метр. Сатыртау түбәһенән шундай матурлыҡ асыла, хатта тын ҡыҫыла. Элек-электән кешеләр күңел тыныслығына һәм ялына килтергән был урындың ыңғай энергетикаһын билдәләгән, — тип һөйләне төбәк Башҡорттарҙың милли-мәҙәни автономияһы идараһы рәйесе Ғәли Хәсәнов. — Фестивалдә башҡорт тирмәләрен ҡуйҙыҡ, йолаларҙы күрһәттек, башҡа төрки халыҡтарҙан айырылып торған көнкүреш, мәҙәниәт менән таныштырҙыҡ».
Борон-борондан аҡһаҡалдар Сатыртауҙа йыйынға йыйылған, мөһим һорауҙарҙы хәл иткән, ә урындағы халыҡ боронғо йолалар буйынса байрамдар уҙғарған. Театрлаштырылған тамашала Сатыр батыр төп персонаж булып сығыш яһаны. Өс меңләп кеше фестиваль ҡунағы булды. «Сатыртауҙа йыйын» фестивале 2011 йылдан уҙғарыла. Фестивалдең төп маҡсаты – төрки халыҡтарының мәҙәни хеҙмәттәшлеген, мәҙәни йолаларҙы, рухи байлыҡты тергеҙеү һәм үҫтереү, халыҡтарҙың бер-береһен аңлау һәм берләшеүен нығытыу.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика