02:15 (UTC+5), 15 Август 2017

Башҡорт музыканттары Санкт-Петербург халҡы алдында ҡурай яһап күрһәтте

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан музыканттары Санкт-Петербург халҡы алдында ҡурай үләненән музыка ҡоралын яһап күрһәтте. Был турала «Башинформ» агентлығына «Йатаған» этно-төркөмө етәксеһе Илдар Шакир һөйләне.
Коллектив «Донъя музыкалары» халыҡ-ара этник фестивалендә ҡатнашты. Байрамға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән (Карелия, Бүрәт республикалары) һәм сит илдәрҙән –Ҡаҙағстан, Франция вәкилдәре йыйылды. Сара Санкт-Петербург үҙәгендә, Шереметев һарайында, хәҙерге Музыка музейында үтте.
«Музыка музейында йыйылғандарға яҡшы тәьҫораттар, күтәренке кәйеү, шулай уҡ үҙебеҙҙең ҡул тамғалары менән «Йатаған» төркөмө дискын һәм үҙебеҙ эшләгән ҡурайҙы бүләк иттек», — тип хәбәр итте агентлыҡ әңгәмәсеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика