Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Август 2017, 18:13

Венгрия фәндәр академияһы халыҡ-ара хеҙмәттәшлек өсөн шарттар булдырғанға Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт әйтте

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Венгрия фәндәр академияһы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменә хат ебәргән, унда ҡунаҡсыллыҡ һәм республикала халыҡ-ара хеҙмәттәшлек өсөн шарттар булдырғанға рәхмәт әйтә. Яйға һалынған халыҡ-ара диалог Башҡортостан һәм Венгрия араһында гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн күпкә алған киткән перспективалар булдыра, тип билдәләне Венгрия фәндәр академияһының генераль директоры доктор Пал Фодор.
Быйыл Венгрия археологтары Бөрө тупраҡ ҡәберлегендә тарихи фәндәр кандидаты Р. Русланова етәкселегендә Башҡорт дәүләт университеты тикшереүҙәрендә ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булды. Бер аҙна ҡаҙыу эштәре барышында яҡынса II-III быуаттағы туғыҙ ерләнгән урынды таба алдылар. Ул ҡәберлектең төньяҡ сиген билдәләргә һәм ҙур ғилми ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған табылдыҡтар коллекцияһын алырға мөмкинлек бирҙе.
Венгрия ғалимдарының саралар программаһына Өфөнөң һәм Силәбенең билдәле ғалимдары менән осрашыуҙар, лекциялар һәм һүҙ көрәштереүҙәр инде. Бөрө хакимиәте, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы һәм Бөрө тарихи музейы венгрҙарҙың республикала булыу ваҡытында мәҙәни программаны ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашты. Бөрөнөң иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ҡунаҡтарҙа ҡала һәм унда йәшәүсе халыҡ тураһында яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: