10:07 (UTC+5), 10 Августа 2017

Өфөлә «Туғанлыҡ» фестивалендә Лондондан театр тәнҡитсеһе махсус ҡунаҡ буласаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Туғанлыҡ» фестивалендә Лондондан театр тәнҡитсеһе Мария Шевцова махсус ҡунаҡ буласаҡ. Был турала Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Бөйөк Британиянан театр белгесе Башҡортостандың баш ҡалаһына 11 сентябрҙә килә һәм «Мәҙәниәттәр бәйләнеше һәм төрки телле театр» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнаша.
Мария Шевцова Голдсмит университетында (Лондон) театр сәхнә сәнғәте кафедраһын етәкләй. Ул театр тураһында монографиялар, мәҡәләләр авторы, китаптар мөхәррире. Эштәре донъяның 11 теленә тәржемә ителгән. 2002 йылдан – New Theatre Quarterly театр сәнғәте тураһында журналдың мөхәррирҙәше, театрға арналған халыҡ-ара баҫмаларҙың мөхәррирҙәр коллегияһы ағзаһы. Халыҡ-ара театр фестивалдәренең программа комитеттары консультанты. Рус телендә «Лев Додин и Малый драматический театр: рождение спектакля» (2004), «Роберт Уилсон» (2017) китаптары авторы.
7-14 сентябрҙә Өфөлә «Туғанлыҡ» VI халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале үтә. Уның сиктәрендә төрки телле театрҙарҙың 14 спектакле күрһәтеләсәк. «Мәҙәниәттәр бәйләнеше һәм төрки телле театр» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк, Мәскәүҙең Театр тәнҡитселәре ассоциацияһының театр белгестәре Игорь Овчинников һәм Марина Давыдова лекция уҡыясаҡ. Конкурста ҡатнашыусы театр артистары ҡатнашлығында этноконцерт һәм Ҡырмыҫҡалы районында Театр йыйыны фестивалдең биҙәге буласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика