02:30 (UTC+5), 09 Августа 2017

Өфөлә буласаҡ Грузия, Монголия һәм Сүриә актерҙары уҡыясаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә буласаҡ Грузия, Монголия һәм Сүриә актерҙары уҡыясаҡ. Улар республиканың берҙән-бер ижади юғары уҡыу йорто – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты диуарҙарында актерлыҡ оҫталығы серҙәренә өйрәнәсәк.
«Сит ил студенттарын Рәсәй хеҙмәттәшлек мәғариф программаһы сиктәрендә федераль бюджет биргән квоталар иҫәбенә уҡытыуға көтәбеҙ», — тип аңлатты ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары Данир Аллабирҙин.
Республика йәштәре менән бер рәттән Өфө юғары уҡыу йортона был йәй дөйөм конкурс буйынса Ҡаҙағстан, Ижевск, Сыктывкар, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Яҡут Республикаһы абитуриенттары уҡырға инде. Иң ҙур конкурс «хореография сәнғәте» һәм «театр һәм кино актеры» һөнәрҙәре буйынса күҙәтелде, унда бер урынға ете кеше дәғүә итте.
Быйыл Өфө сәнғәт институтының бюджет бүлегенә 89 абитуриент уҡырға инде. Уларҙы музыка, художество, театр факультеттарында уҡыу көтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика