04:31 (UTC+5), 08 Август 2017

«Zaman» башҡорт этно-төркөмө Russian World Music Awards премияһына дәғүә итә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙән «Zaman» башҡорт этно-төркөмө этник музыка өлкәһендәге Russian World Music Awards премияһына дәғүә итә. Коллектив «Ай нуры» тигән йырҙы тәҡдим итә. «Бәйләнештә» премия төркөмөндә иң күп оҡшау билдәһе һәм яуап йыйған башҡарыусы йәки төркөм тамашасы һөйөүе бүләгенә лайыҡ буласаҡ.
«Zaman» этно-шоу проекты – World Music жанрында сығыш яһаусы төркөм. Төркөмдө 2013 йылдың декабрендә гитарасы һәм продюсер Радмир Мофтахин профессиональ белемен Мәскәүҙең алдынғы вуздарында дауам итеүсе Башҡортостан музыка уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙан ойошторҙо. Проекттың төп идеяһы – башҡорт халыҡ музыкаһы йолаларын, уларҙың заманса сәнғәттә сағылышын күрһәтеү.
2016 йылда этник музыка өлкәһендә «Russian World Music Awards» Рәсәйҙәге тәүге премияла тамашасы һөйөүе бүләгенә Башҡортостан музыканттары – танылған виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө лайыҡ булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика