02:58 (UTC+5), 08 Август 2017

Израилдә башҡорт ихтилалдары тураһында китап әҙерләйҙәр

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Израилдә башҡорт ихтилалдары тураһында китап әҙерләйҙәр. Уның өҫтөндә Израиль гражданы, яҡташыбыҙ Рауил Садиҡов эшләй. Алдан «Башинформ» агентлығы уның «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын һәм башҡорт әкиәттәрен иврит теленә тәржемә итә башлағаны тураһында хәбәр иткәйне.
«Хәҙер роман өҫтөндә эшләйем. Ул башҡорт ихтилалдарына арналасаҡ. Әммә был тарихи йыйынтыҡ түгел, ә үҙем яҙған, ошо теманы ирекле тасуирлауым. Минең ҡарашҡа үҙенсәлекле модель уйлап таптым һәм 1735-1736 йылдарҙағы ваҡиғаларҙы анализлап ҡараясаҡмын. Ул ошо осорҙа барған ваҡиғалар теҙмәһендә башҡорт ғаиләһенең тарихы буласаҡ», — тип һөйләне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә.
Яңыраҡ яҙыусы иврит телендә яңы китап өҫтөндә эшен тамамланы. Дилогия «Мамзер» («Никахһыҙ тыуған бала») тип атала. Ул Израиль йәмғиәтендәге мөнәсәбәттәргә һәм уның донъя һәм дини өлөштәре араһындағы ҡаршылыҡтарға арналған. Үҙенең китабын Рауил Садиҡов Израилдә нәшер итергә күҙаллай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика