04:20 (UTC+5), 07 Августа 2017

«Рәсәй – Башҡортостан радиоһы»ның балалар өсөн тапшырыуы илдә иң яҡшыһы тип танылды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Рәсәй – Башҡортостан радиоһы»ның тапшырыуы Дағстанда «Евразия тауышы-2017» бөтә Рәсәй милли тапшырыуҙар фестивалендә еңеүсе булды. Проект «Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы радиотапшырыу» номинацияһында ҡатнашты. «Мәктәпкә атлауы күңелле» тапшырыуын «Ҡояшлы ҡала» редакцияһы әҙерләгән. Етәксеһе – уҡытыусы Элеонора Дударь. Авторҙар һәм алып барыусылар – Алан Мозафин, Әминә Мозафина, Алиса Розе, Дарья Халтурина, тауыш режиссеры – Гөлназ Ирсаева.
«Рәсәй – Башҡортостан радиоһы»ның кескәй хеҙмәткәрҙәре – үҙ эшенең ысын оҫталары. Тапшырыуҙа йәш хәбәрселәр заманса уҡытыу мөмкинлектәре: төрлө мәктәп төрҙәре, өйҙә белем алыуҙың өҫтөнлөктәре һәм кәмселектәре хаҡында һөйләй. Алып барыусылар республикабыҙҙа төрлө милләт һәм дин балаларының нисек татыу йәшәүҙәре тураһында бәйән итә.
Йыл һайын уҙғарылған «Евразия тауышы» фестивале Рәсәй халыҡтарының традицион мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалай, Рәсәй халыҡтарының тарихы, этномәҙәниәте һәм йолалары тураһында тамашасыларға һәм радиотыңлаусыларға бөтә яҡтан мәғлүмәт биреүгә булышлыҡ итә. «Рәсәй – Башҡортостан радиоһы» эфирында «Ҡояшлы ҡала» тапшырыуының яңы сығарылышын Өфөлә 89,5 йышлыҡта «Рәсәй – Башҡортостан радиоһы»нда 16 августа киске 7-се 25 минутта тыңларға мөмкин. Бөтә тапшырыуҙарҙың архивы gtrk.tv сайтында урынлашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика