05:16 (UTC+5), 07 Август 2017

Башҡорт сатира оҫтаһы Марсель Сәлимовтың шиғырҙары болгар телендәге антологияла баҫылған

Анжела Димчева, Валерий Пощаров
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Болгарияла болгар телендә «Словоприношение» шиғри антологияһы донъя күрҙе. Уның төҙөүсеһе – Славян әҙәбиәт һәм сәнғәт академияһы президенты, билдәле болгар шағирәһе Елка Няголова.
Рәссам Даниэла Зекина биҙәгән шаҡтай ҙур альбомға донъяның 28 иленән славян телендә яҙыусы 194 автор ингән. Рәсәйҙән антологияға 21 шағир тәҡдим ителгән, уларҙың шиғырҙары күп тапҡыр славян телдәренә тәржемә ителгән: улар – Евгений Евтушенко, Андрей Дементьев, Лариса Васильева, Владимир Бояринов, Валентин Сорокин, Николай Переяслов, Надежда Мирошниченко, Валерий Латынин һәм башҡа билдәле авторҙар, улар араһында башҡорт шағиры – сатира оҫтаһы Марсель Сәлимов.
Елка Няголованың тәржемәһендә башҡорт шағирының шиғырҙары антологияның айырым «Башҡортостан» бүлегендә баҫылған. Антологияның инеш һүҙендә Славян академияһы президенты билдәләүенсә, Әрмәнстандан, Дағстандан, Башҡортостандан, Яҡут Республикаһынан, Молдованан һәм Швециянан милли шағирҙарҙың ҙур төркөмө славян шағирҙары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Билдәле сатириктың һүҙҙәре славян илдәре халыҡтарына мөрәжәғәт булып, уның манускриптында яңғырай: «Хоҙай славяндарҙы бер-береһен туҡмар өсөн түгел, яратыр өсөн барлыҡҡа килтергән». Беҙ барыбыҙ ҙа бөгөн бының ни тиклем көнүҙәк булғанлығын аңлайбыҙ.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика