Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
23+ °C
Облачно
Мәҙәниәт
4 Августа 2017, 03:20

«Мираҫ» ансамбле Башҡортостан исеменән Венгрияла «Summerfest» халыҡ-ара фестивалендә сығыш яһаясаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 12-22 августа Венгрияла ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының (CIOFF) саралар календарына индерелгән «Summerfest» XXII халыҡ-ара фестивале үтә. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының традицион мәҙәниәте менән Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле таныштырасаҡ. Маҡтаулы миссия Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортоноң Өфө артистарына йөкмәтелде.
Фестивалдә Бразилиянан, Чилиҙан, Колумбиянан, Коста-Риканан, Гондурастан, Мексиканан, Парагвайҙан, Канаданан, Ҡытайҙан, Индонезиянан, Грузиянан, Литванан, Польшанан, Португалиянан, Сардиниянан һәм Венгриянан ижади коллективтар ҡатнашасаҡ.
«Фестивалде ойоштороусылар беҙгә 2020 йылда Бөтә донъя Фольклориадаһын ҡабул итеүсе Рәсәй субъекты булараҡ Башҡортостандың традицион мәҙәниәтен күрһәтергә мөмкинлек бирҙе. Нәҡ Венгрияла 2004 йылда Бөтә донъя Фольклориадаһы үтте, унда 87 илдән 2500-ән ашыу ҡатнашыусы булды, — тип аңлаттылар коллективтың матбуғат хеҙмәтендә. — Хужабикә-илгә килгән фестивалдә ҡатнашыусыларҙы ғәҙәттәгесә Венгрияның баш ҡалаһы Будапешт ҡаршы аласаҡ. Бөтә ҡунаҡтар өсөн Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә ингән «Дунай ынйыһы» буйлап экскурсия ойоштороласаҡ».
14 августа XXII «Summerfest» фестивале Сазхаломбатта ҡалаһында милләттәр парады менән асыла. Флагты күтәреү уның рәсми рәүештә башланыуы буласаҡ. Шунда уҡ Изге Стефан майҙанында коллективтарҙың сығыштарынан тыш халыҡ ижады йәрминкәһе башлана. Фестиваль программаһында Тарнок, Тёкёль, Рацкеве, Диошд, Будапешт ҡалаларында асыҡ һауала ойошторолған сәхнәләрҙә, шулай уҡ Дунай йылғаһы буйлап йөрөгән иң ҙур кораблдә лә сығыш яһау ҡаралған. Фестиваль барышында «Таныу урамы» исеме аҫтында программа үтәсәк. Унда ҡатнашыусы төркөмдәр менән килгән венгер һәм трансильван сауҙагәрҙәре һәм кәсепселәре үҙ кәсептәрен һәм сувенир продукцияларын күрһәтәсәк.
Фестивалдең һәр артабанғы көнө бер темаға: дуҫлыҡҡа, музыкаға, мөхәббәткә, бейеүгә арналасаҡ. Мәҫәлән: Дуҫлыҡ көнөндә фестивалдә ҡатнашыусылар Сазхаломбатта ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары менән танышасаҡ, уларҙы халыҡ бейеүҙәренә өйрәтәсәк һәм үҙ мәҙәниәте менән таныштырасаҡ. Музыка һәм Бейеү көндәрендә Мәҙәни Дуҫлыҡ Үҙәге театрында ҙур концерттар үтәсәк. Мөхәббәт көнө Изге Стефан сиркәүендә ғибәҙәт ҡылыу менән хәтерҙә ҡаласаҡ.
«SummerFest» фестивале Мәҙәни Дуҫлыҡ Үҙәгендә тамамланасаҡ. Бында XXII Халыҡ-ара фольклор фестивален һәм халыҡ ижады йәрминкәһен ябыу тантанаһы үтәсәк.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас