Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.41
-0.01
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Август 2017, 09:26

Өфөлә элекке осоусы һәм журналист Алексей Соколовтың китабы сыҡты

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә элекке осоусы һәм журналист Алексей Соколовтың «Здравствуй, небо!» тигән китабы сыҡты. Унда автор ҙур ҡәнәғәт менән уҙған быуаттың 40-50-се йылдарында авиаторҙарҙың ябай булмаған эше хаҡында бәйән итә.
Алексей Соколовтың ейәне Александр Панасенко китаптың инеш һүҙендә былай тип яҙа: «2016 йылдың февралендә олатайыма 100 йәш тулыр ине. Уның күп ҡырлы һәм талантлы тормошо, ә ул 90 йәшкә тиклем йәшәне, ул – батша Рәсәйенән социалистик, һуңынан демократик-капиталистик Рәсәйгә бик ҡыҙыу «осош». Ул унда осто, яҙышты, балалар һәм ейәндәр тәрбиәләне. Олатайым 20 йыл По-2, Ан-2 самолеттарында һәм башҡа бәләкәй авиация төрҙәрендә Ҡаҙағстан, Волга буйы киңлеге өҫтөнән пассажирҙарҙы, ауырыуҙарҙы һәм табиптарҙы, шулай уҡ алыҫ райондарға ашығыс йөктәрҙе илтте. Ул 1943 йылда Воронеж фронтында дәһшәтле Ил-2 һөжүм яһаусы самолетында Гитлер илбаҫарҙарын да ҡыйратты. Бөйөк Ватан һуғышының аҙағын Алексей Петрович Соколов Өфөлә ҡаршылай, унда ул авиация заводтарына ашығыс йөктәр ташығын».
Авиацияны ҡалдырып, Алексей Соколов журналистика менән шөғөлләнә, 30 йыл телевидениела, радиола һәм гәзиттәрҙә хәбәрсе булып эшләй. Күп һанлы «Башҡортостан геологы» гәзитен мөхәрирләй, «Риүәйәт кешеләре», «Ватандың улдары», «Батырлыҡ үрҙәре», «Улар Еңеү ҡойҙо» коллектив йыйынтыҡтарында Башҡортостандан Советтар Союзы Геройҙары хаҡында очерктар баҫтыра, балалар өсөн «Лучик и Хмурик» әкиәттәр йыйынтығын сығара.
«Здравствуй, небо!» китабында — ерҙә һәм күктә көслө дауыл, ямғыр, йәшен, ҡар ишелмәләре, самолеттың боҙланыуы менән осрашырға тура килгән пилоттың тормошонан өс тиҫтәнән ашыу төрлө-төрлө хикәйә. «Летчик – романтик, ҡатмарлы һәм хәүефле һөнәр. Ул ныҡлы һаулыҡты, батырлыҡты, тәүәкәллекте, тәртипте һәм ҙур белемде талап итә. Һеҙҙән берәйһе уға өлгәшһә, һауа менән мәңгегә дуҫлашасаҡ һәм ошо хаҡта бер ҡасан да йәлләмәйәсәк. Ғәҙәти булмаған һауа тойғоһо тик авиаторҙарға ғына таныш», — тип яҙа китап авторы уҡыусыларына мөрәжәғәт итеп.
Алексей Соколовтың балалары һәм ейәндәре уның эҙҙәре буйлап барыуы ҡыуаныслы. Үрҙә телгә алынған Александр Панасенко – пилот, «Боинг 777»тә оса. Икенсе ейәне, Евгений Соколов – республикала билдәле журналист, «Ижтимағи электрон гәзит»тә бер үҙе рубрика алып бара. Улы Леонид Соколов – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, билдәле шағир, сатира оҫтаһы, бер нисә китап авторы. Ҡыҙы Светлана Панасенко – шулай уҡ Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, ете китап авторы, 10 йыл буйына Башҡорт дәүләт медицина университетының «Медик» студент гәзитен етәкләне, 30 йылдан ашыу М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Аудитория» гәзитендә баш мөхәррир булып эшләне.
Автор:Алик Шакиров
Читайте нас: