11:12 (UTC+5), 04 Август 2017

Өфө 2018 йылда Тоталь диктанттың баш ҡалаһы булыу хоҡуғы өсөн көрәшәсәк

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Сираттағы Тоталь диктантты уҙғарыу көнө билдәле булды. 2018 йылда ул 14 апрелдә үтә. Йыл һайын диктанттың баш ҡалаһы алмашыныу төп яңылыҡ буласаҡ. Баш ҡала статусын алыу ҡаланың акцияла төп майҙансыҡ булыуын күҙаллай: автор еңеүсе-ҡалаға үҙ тексын уҡырға килә.
«Өфө 2018 йылда Тоталь диктанттың баш ҡалаһы булыу хоҡуғы өсөн көрәшәсәк. Ҡалабыҙ халҡы һәм ҡунаҡтары Өфөлә диктанттың авторын күреүгә шат буласаҡ тип ышанам. Интернет-тауыш биреү көҙгөһөн totaldict.ru сайтында башлана. Ул беҙгә файҙаға булыр тип ышанабыҙ!», — тип һөйләне Өфөлә Тоталь диктантты ойоштороусы Наталья Панчишина.
Тоталь диктант — барлыҡ теләүселәр өсөн ирекле диктант формаһында белем биреү акцияһы. Ижтимағи проект йыл һайын активистарҙың һәм ирекмәндәрҙең көсө менән уҙғарыла. Акцияның ойоштороусыһы – «Тоталь диктант» фонды (Новосибирск). Тоталь диктанттың тексын йыл һайын акция өсөн махсус рәүештә билдәле яҙыусы яҙа. Акцияла һәр теләүсе ҡатнаша ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика