11:32 (UTC+5), 03 Август 2017

Башҡортостанда ижади коллективтар музыка ҡоралдарын яңыртыуға аҡса ала

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда алдынғы ижади коллективтар музыка ҡоралдарын яңыртыуға аҡса ала. Ошо хаҡта уҙған көндә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова 2017 йылдың тәүге ярты йыллығы өсөн эшмәкәрлек йомғаҡтары буйынса ведомство коллегияһында белдерҙе. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡарары буйынса бынан алып йыл һайын урта махсус мәҙәниәт һәм сәнғәт белем биреү йорттары, Милли симфоник оркестр, Башҡорт опера һәм балет театры, Башҡорт дәүләт филармонияһы өсөн музыка ҡоралдарын һатып алыуға 30 миллион һум бүленәсәк.
«Профессиональ ижади коллективтар булған ерҙә музыка ҡоралдары йәһәтенән матди-техник база тулыланасаҡ. Музыка ҡоралдарының туҙыу кимәле бик юғары», — тип аңлатма бирҙе министр.
Опера һәм балет театры директоры Илмар Әлмөхәмәтов хәбәр итеүенсә, театрҙың симфоник оркестрына бүленгән 5 миллион һумға улар яңы арфа, фагот, флейта һәм валторн аласаҡ.
2013 йылдан Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса балалар музыка мәктәптәрен ҡоралдар менән тәьмин итеү программаһы эшләп килә, был маҡсатҡа аҡса бүленә, быйыл ул 11 миллион һумдан күберәк тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика