09:34 (UTC+5), 31 Июль 2017

«Яңы йондоҙ» телешоуында Башҡортостан исеменән «Zaman» этно-проекты сығыш яһай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Zaman» этно-проекты «Яңы йондоҙ» телешоуының өсөнсө миҙгелендә ҡатнаша. Мәскәү коллективы Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Проект май айында төшөрөлгән, тапшырыуҙар августа эфирға сыға.
«Май айында отелдә төрлө төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусылар менән йәшәнек. Хореографтар, продюсерҙар менән шөғөлләндек, — тип һөйләне «Zaman» төркөмө етәксеһе Радмир Мөфтәхин. — Беҙгә билдәле йырҙы бирҙеләр, әммә беҙ уға милли колорит өҫтәнек. Тиҙҙән үҙегеҙ күрерһегеҙ».
«Яңы йондоҙ» — йыл һайын үткәрелгән Бөтә Рәсәй эстрада йыры телевизион конкурсы, 85 төбәк ҡатнашҡан тарихта тәүге музыкаль бәйге. Илдең иң көслө йырсылары бер сәхнәлә осраша. Уларҙың һәр береһе тыуған төйәге өсөн көрәшә. Музыка өлкәһендә танылған эксперттар иң көслөләрҙе асыҡлай. Финалға сығыусыларҙы һәм еңеүсене тамашасылар билдәләй. Шоуҙың үҙенсәлеге — музыкаль жанрҙарҙың төрлөлөгө: блюз, рок, этник, популяр музыка.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика